2018 йылдың 14 майында Башҡортостан Республикаһы баш ҡалаһының Спорт һарайында Һуғыш сәнғәте буйынса Беренсе Евразия йәштәр уйындары асылды.
Был сараны Рәсәй Федерацияһының спорт минстрлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте булышлығында Рәсәйҙең Һуғыш сәнғәте союзы, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте ойошторҙо.
Спортсыларҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, Федераль именлек хеҙмәте генерал-майоры Андрей Мерзликин, Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Хәбибов, Рәсәй Һуғыш сәнғәте союзының башҡарма директоры Рәмил Ғәббәсов, Рәсәй Һуғыш сәнғәте союзының Башҡортостан Респубилкаһы буйынса филиалы вице-Президенты Александр Соснин тәбрикләне.
Ирек Ялалов Өфөлә спорттың көс талап иткән төрҙәрен үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә тип белдерҙе.
Беҙҙең спорт мәктәптәрендә биш меңдән ашыу кеше шөғөлләнә, шулай уҡ биш меңгә яҡыны шәхси ойошмаларҙа шөғөлләнә. Шулай итеп ун меңдән ашыу йәш кеше алыш төрҙәре менән мауыға, тине муниципалитет башлығы.
Уйындарҙа Рәсәйҙең 40 төбәгенән, Көнсығыш Европа һәм Азия илдәренән бер нисә мең спортсы ҡатнашасаҡ.