11 майҙа Калинин районының 58-се мәктәбендә “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2018” конкурсы үтте.

11 майҙа Калинин районының 58-се мәктәбендә “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2018” конкурсы үтте. Был конкурс Калинин районы ағинәйҙәре тәҡдиме буйынса үткәрелде. 4 башҡорт ғаиләһе: Абдрахмановтар, Фазыловтар, Исламшиндар һәм Абдуллиндар көс һынашты.

11 майҙа Калинин районының 58-се мәктәбендә “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2018” конкурсы үтте. Был конкурс Калинин районы ағинәйҙәре тәҡдиме буйынса үткәрелде. 4 башҡорт ғаиләһе: Абдрахмановтар, Фазыловтар, Исламшиндар һәм Абдуллиндар көс һынашты.

Килгән ҡунаҡтарҙы Өфө ҡалаһы ҡала округы Калинин районы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Ҡаһарманова Әлфиә Әхәт ҡыҙы тәбрикләне. Әлфиә Әхәт ҡыҙы катнашыусыларға уңыштар, тел асҡысы, маһирлыҡ теләне.

Ғаиләләр 5 һынау тотто: 1-се һынау –“Визитка”, 2-сеһе-“Видеоконкурс”, 3-сө һынау - “Ғаилә йәдкәрҙәре”, 4-сеһе- “Гир күтәреү” һәм 5-се һынау – “Ситуациялар”. Һәр ғаилә үҙзарена гена хас йолаларын, талантын, маһирлығын күрһәтте, ҡыҫҡаһы, сәскә гөлләмәһен хәтерләттеләр. Балаларҙың ихлас сығыштарын тыңлағандан һуң, милләтебеҙҙең киләсәге өмөтлө икәненә тағы ла инандыҡ.

Конкурс барышында янгыраган ҡурай, думбра моңдары конкурсанттарға, килгән ҡунаҡтарға дәрт, көс, илһам өҫтәне.

Алып барыусыларҙың оҫта, юмор менән хар сыгышты дартландереузаре сараны күркәмләндерҙе.

Ғаиләләрҙең сығыштарын жюри ағзалары ғәҙел баһаланы:

1. Абдуллиндар ғаиләһе “Милли йолаларҙы һаҡлаусы” номинацияһына.

2. Абдрахмановтар ғаиләһе “Татыу ғаилә – ил күрке” номинацияһына.

3. Исламшиндар ғаиләһе “Берҙәмлектә - көс” номинацияһына лайыҡ булдылар, а Фазыловтар ғаиләһе - еңеүсе тип танылды.

Һоҡланып та, ғорурланып та бөткөһөҙ ҡатнашыусы ғаиләләргә. Афариндар! Ҡотлайбыҙ! Тап ошондай саралар башҡорт ғаиләләрен, телебеззе һаҡлауға ҙур өлөш индерә.