Өфөлә “Башҡортостан батыры” көс экстримы буйынса ярыштар үтте

2018 йылдың 12 майында Өфөлә Каруанһарай  алдындағы майҙанда беренсе тапҡыр  “Башҡортостан батыры” тип аталған  мәҙәни-спорт байрамы булып үтте. Сарала Рәсәй Федерацияһы Дәүләт  Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте  башлығы Ирек Ялалов, уның урынбаҫары  Рөстәм Ғәзизов, башҡа саҡырылған  ҡунаҡтар ҡатнашты.

2018 йылдың 12 майында Өфөлә Каруанһарай  алдындағы майҙанда беренсе тапҡыр  “Башҡортостан батыры” тип аталған  мәҙәни-спорт байрамы булып үтте. Сарала Рәсәй Федерацияһы Дәүләт  Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте  башлығы Ирек Ялалов, уның урынбаҫары  Рөстәм Ғәзизов, башҡа саҡырылған  ҡунаҡтар ҡатнашты. Ярышты пауэрлифтинг  һәм армреслинг буйынса спорт  мастеры, 2005 йылғы “Донъяның иң  көслө кешеһе” ярышының вице-чемпионы, “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе”  турнирының дүрт тапҡыр еңеүсеһе  Эльбрус Ниғмәтуллин ойошторҙо  һәм алып барҙы. Ирек Ялалов  билдәләүенсә, ойоштороусылар байрам  өсөн бик матур һәм үҙенсәлекле  исем уйлап тапҡан, ә иң мөһиме, уның программаһына Башҡортостан  халҡына ғына хас булған элементтар  индергән.

Ярышта Рәсәйҙең 13 иң көслө атлеты ҡатнашты.  


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA