Өфөлә 100 меңгә яҡын кеше “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашты

9 майҙа Өфөлә бишенсе тапҡыр  “Үлемһеҙ полк” Бөтә Рәсәй  граждан-патриотик акцияһы булды. Йола буйынса, меңәрләгән Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары ҡатнашҡан акция Октябрь проспекты буйлап үтте. “Спорт” туҡталышынан “Дан бульвары” туҡталышына тиклем Октябрь проспекты буйлап юл ситендә йыйылышҡан тамашасылар менән бергә был сарала 100 меңгә яҡын кеше ҡатнашты.

Өфө “Үлемһеҙ полкы” колоннаһының башында  1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының һәм Ҡораллы Көстәрҙең фашистик Германияны тар-мар итеүҙең рәсми символы булған Еңеү Байрағы үтте. Артабан ата-әсәләре менән мәктәп уҡыусылары, студенттар колонналары, йәмәғәт ойошмалары ағзалары, предприятие хеҙмәткәрҙәре, Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары үтте. Улар бергәләшеп фронт йырҙарын башҡарҙы, бер-береһен байрам менән ҡотланы, ҡулдарында портреттарын алып барған ата-бабаларының тарихтары менән уртаҡлашты.

“Үлемһеҙ полк” акцияһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы рәйесе Валерий Трофимов, Хакимиәт башлығы Ирек Ялалов, уның урынбаҫарҙары, район хакимиәттәре башлыҡтары, Өфө ҡала Советы депутаттары ҡатнашты.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA