Бөйөк Еңеү байрамы алдынан концерт ойошторолдо

Ошо көндәрҙә Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында Бөйөк Еңеү байрамы алдынан ҙур концерт ойошторолдо.

Бөйөк Еңеү байрамы алдынан концерт ойошторолдо

Ошо көндәрҙә Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында Бөйөк Еңеү байрамы алдынан ҙур концерт ойошторолдо.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары – «Каруан» фольклор-эстрада төркөмө егеттәре, ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксурин гинмазия тамашасыларына шәп сығыштар тәҡдим итте. Тамашаға саҡырылған төп ҡунаҡтар – уҡыу йортона ҡараған йорттарҙа йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл һәм хеҙмәт ветерандары түрҙә ултырҙы.

Сараны асып, гимназия директоры Гөлназ Әхмәҙиева балаларҙы Бөйөк Еңеүҙе, ата-бабаларҙың ҡаһарманлыҡтарын бер ваҡытта ла онотмаҫҡа, ауыр, һынылышлы йылдар хәтерен артабан һаҡларға, тыныслыҡтың ғәҙерен белергә саҡырҙы.

«Һеҙҙең алдығыҙҙа ултырыусы ветерандар – беҙгә еңеү яулаусы кешеләр. Миллионлаған кеше ғүмерҙәре ҡыйылып яуланған был тарихи иҫтәлекте оноторға һис ярамай. Ҡасандыр һеҙҙең кеүек йәштә булғанда ошо кешеләрҙең иңдәренә оло һынау төшә. Һәм улар был ауыр осорҙо батырҙарса үтә алғандар. Һеҙ ҙә, ҡәҙерле уҡыусылар, олатайҙарығыҙҙың намыҫына тап төшөрмәйенсә йәшәргә ынтылығыҙ!» – тине Гөлназ Ғәфир ҡыҙы.

Тамашасыларға «Каруан» фольклор-эстрада төркөмө егеттәре – Марсель Ҡотоев, Салауат Мөхәмәтйәров, Тимур Рамаҙановтар үҙҙәренең репертуарының патриотик рухтағы йырҙарын ишеттерҙе. «Шайморатов генерал», «Салауат Юлаев», тыуған илебеҙгә арналған йырҙарҙан тыш шулай уҡ Совет кинофильмдарынан йырҙар башҡарылды. Ә Марсель Ҡотоев башҡарыуында итальян йырҙары байрамға тағы ла йәм өҫтәне.

Билдәле ҡурайсы Азат Биксурин тамашасыларҙы ҡурай моңона сорнаны. Уның ҡулындағы милли инструмент күңелдең иң түрендәге ҡылдарҙы сиртте. Әйтерһең дә, ул берсә шатланды, берсә иланы, берсә ҡайҙалыр алыҫҡа әйҙәне.

Патриотик рухта барған концертты алып барыусы Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының һүҙ оҫтаһы Эльмира Юлдашева ла һуғыш йылдары ауазын хәтергә төшөрөп, шиғыр һөйләп үтте.

Барлыҡ сығыштар ҙа хайран ҡалырлыҡ, матур, ә иң мөһиме, урынлы һәм мәғәнәле булды. Концерт һуңында уҡыусылар, гимназия коллективы исеменән ветерандар тағы бер тапҡыр тәбрикләнде, уларға сәләмәтлек, оҙайлы ғүмер һәм ейәндәр бәхете теләктәре еткерелде.