Талпан һағалай

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең республика идаралығы талпан энцефалитын профилактикалау буйынса ҡыҙыу линия ойошторҙо.

Талпан һағалай

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең республика идаралығы талпан энцефалитын профилактикалау буйынса ҡыҙыу линия ойошторҙо. Ул 15 майға тиклем эшләй.

Ведомство белгестәре, талпан ҡаҙалғанда нимә эшләргә, уны нисек алырға, ҡайҙа алып барырға тигән һәм башҡа һорауҙарға яуап бирә. 8-800-700-90-30 һандарына шылтыратыуҙар ҡабул ителә.

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда бер кешегә энцефалитлы талпан ҡаҙалыу осрағы булды. Медицина учреждениеларына иһә 200-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән.