КЕШЕНЕ ХЕҘМӘТ БИҘӘЙ

Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында экологик өмә үтте. Ғаилә йылына арнап, өмә сиктәрендә шулай уҡ бик сағыу сара – «Хеҙмәт төбө – хазина» исемле фестиваль ойошторолдо.

КЕШЕНЕ ХЕҘМӘТ БИҘӘЙ

Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында экологик өмә үтте. Ғаилә йылына арнап, өмә сиктәрендә шулай уҡ бик сағыу сара – «Хеҙмәт төбө – хазина» исемле фестиваль ойошторолдо. Был күләмле сара «Ғаилә ҡиммәттәре фестивале»нең өсөнсө этабы.

Шәмбе көнө иртәнән һалҡынсараҡ булыуға ҡарамаҫтан, көн ҡояшлы, тимәк, кәйефтәр ҙә көр ине. Кластарға алдан уҡ мәктәп яны ерҙәре беркетелгәс, һәр кем үҙ бурысын яҡшы аңлай. Уҡыусылар берҙәм булып, ҡулдарына эш ҡоралдары – көрәк, һепертке, сүп арбаһы, тырма тотоп, йәһәтләп эшкә тотондо. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тигәндәй, эш бик йылдам барҙы. Гимназия территорияһы, уның эргәһендәге юл буйҙары эреле-ваҡлы сүп-сарҙан таҙартылды, йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар һеперелде, йыйылған сүп сүплек өсөн тәғәйен ергә ташылды.

Һәр кем ошолай дәррәү өмәгә сығып, йәшәгән урынын тәртипкә килтерһә, донъялар таҙараҡ та, ҡалабыҙ күркәмерәк тә буласаҡ, тигән фекерҙә уҡыусылар.