Башҡортостандың баш ҡалаһында фонтандар сезоны асылды

1 май Башҡортостан баш ҡалаһында йола буйынса фонтандар сезоны асылыу көнө тип һанала. Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы уңайы менән Өфөлә булған бөтә ҡала фонтандары эш башланы.

1 май Башҡортостан баш ҡалаһында йола буйынса фонтандар сезоны асылыу көнө тип һанала. Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы уңайы менән Өфөлә булған бөтә ҡала фонтандары эш башланы.

Ошо айҡанлы баш ҡалабыҙҙағы иң матур фонтандарҙың береһе, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры эргәһендә Театр скверында урынлашҡан “Ете ҡыҙ” музыкаль фонтаны янында байрам саралары үтте.

Өфө фонтандары – ҡалабыҙҙың үҙенсәлекле биҙәктәре, өфөләрҙең ғорурланып телгә алырлыҡ, иҫтә ҡалдырырлыҡ, осрашыу һәм танышыу урындары. Һәр бер ғаилә фотоальбомында тиерлек ҡала фонтандары эргәһендә төшкән фотоһүрәттәр бар. Был объекттарҙың торошо коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең күҙ уңында, улар даими рәүештә инженер ҡоролмаларҙы тикшереп тәртиптә тоторға, ремонтлап таҙалап торорға тырыша.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA