Башҡорт йола байрамдары үткәрелде

19 - сы мәктәптә йәшәп килгән йоланы боҙмайынса  “Һабантуй” байрамы ойошторолдо .

Киров районының Б.И. Северинова исемендәге 19-сы мәктәптә Хәмитова Светлана Рәис ҡыҙы етәкселегендә “Аҡбуҙат” фольклор түңәрәге күптәнән эшләп килә. Ошо эшләү дәүерендә “Кәкүк сәйе”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Бәпес туйы” һәм башҡа башҡорт йола байрамдары үткәрелде. 

Быйыл да, мәктәптә йәшәп килгән йоланы боҙмайынса  “Һабантуй” байрамы ойошторолдо . 

Был сара балаларҙа башҡорт халҡының йола-байрамдарына ҡыҙыҡһыныу уятыу, ғөрөф-ғәҙәтен өйрәтеү маҡсатын күҙ уңында тотто. 

Балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән барлыҡ уйындарҙа ҡатнашты: көршәк ваттылар, йомортҡа һалынған ҡалаҡты тешләп йүгерҙеләр, көрәштеләр, ҡатыҡҡа баштарын тығып тәңкә алдылар, арҡан тартыштылар. Һәм әлбиттә, бар уйындар ҙа йыр-бейеү менән оҙатылып килде. 

Ата-әсәләрҙең, уҡыусыларҙың  ярҙамы менән байрам шау-гөр килеп үтеп китте.