Наркоенәйәттәр тураһында аноним хәбәрҙәр өсөн йәшниктәр ҡуйылды

Тәртип һаҡсылары йәштәрҙең уяулығына һәм гражданлыҡ позицияһына иҫәп тота.

Наркоенәйәттәр тураһында аноним хәбәрҙәр өсөн йәшниктәр ҡуйылды

Өфө ҡалаһы Киров райондарында урынлашҡан уҡыу йорттарында аноним хәбәрҙәр өсөн йәшниктәр ҡуйылды. Полицейскийҙар уҡыусыларға һәм студенттарға наркоенәйәттәр тураһында һөйләргә тәҡдим итә. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының наркотик матдәләр әйләнешен контролдә тотоу идаралығы хәбәр итә.

Йәшниктәрҙә төбәк Эске эштәр министрлығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән «ышаныс телефоны» күрһәтелгән: 8(347) 279-32-92. Ошо номер буйынса наркотиктарҙы маҡсатҡа ярашһыҙ ҡулланыу һәм уларҙың законһыҙ әйләнеше тураһында хәбәр итергә, шулай уҡ ярҙам алырға мөмкин.

Тәртип һаҡсылары йәштәрҙең уяулығына һәм гражданлыҡ позицияһына иҫәп тота.