Ирек Ялалов Иван Яҡутов исемендәге паркта эш кәңәшмәһен үткәрҙе

21 апрелдә Өфө ҡалаһы ҡала округы  хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Иван Яҡутов исемендәге паркта эшсе кәңәшмә үткәрҙе. Уның эшендә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов, Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы Урал Килсенбаев, Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндерү идаралығы етәксеһе Владимир Чернов ҡатнашты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Якутов исемендәге паркты яңыртыу һәм үҙгәртеп ҡороу халыҡ төҙөлөшө ысулы менән алып барыла һәм өс йылға тәғәйенләгән. Үткән йылда бында йәйәү йөрөү юлдары яңыртылды, 1500 метрлыҡ велосипед юлы һалынды, парк аллеяларында һәм Һалдат күле тирәләй яҡтыртыу системаһы яңыртылды. Ҡала һыу ятҡылығының яр буйы тулыһынса яңыртылды. Шулай уҡ бында ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртылды, газон түшәлде, клумбалар һәм сәскә түтәлдәре булдырылды, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү камералары өсөн таяуҙар ҡуйылды. Үҙәк аллеяла үткән быуаттың 50-се йылдарында паркты биҙәгән композицияларға оҡшатып эшләнгән скульптуралар барлыҡҡа килде. Бынан тыш паркта экоплитка һалынды, евроконтейнерҙар, төрлө формалағы эскәмйәләр ултыртылды, яҡтыртҡыстар ҡуйылды.

Быйыл паркта эштәр дауам ителәсәк.  

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA