48-се башҡорт лицейында педагогик идеялар фестивале үтте

Был сарала район мәктәп директорҙары һәм уҡытыусылар ҡатнашты. Ҡатнашыусыларҙы Орджоникидзе районының мәғариф һәм гуманитар һорауҙар буйынса идаралығы начальнигы Мостафина Юлиә Владимировна сәләмләне.
Шулай уҡ фестиваль барышында БДПУ-ның башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы доценты, педагогик фәндәр кандидаты Мәрхәбә Сәйәфәр ҡыҙы Дәүләтшина, БДПУ доценты, тарихи фәндәр кандидаты Роззалия Рәфҡәт ҡыҙы Баязитова милли мәғәриф тураһында сығыш яһанылар. Фестиваль сиктәрендә башланғыс кластарҙан алып юғары кластарға тиклем төрлө предметтар буйынса асыҡ дәрестәр һәм кластан тыш саралар үткәрелде. Дәрестәр ҡарағандан һуң методик берекмәләрҙең ултырышы үткәрелде.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA