Афарин, Владислав!

Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернаты базаһында 9-11 класс уҡыусылары араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк- ара олимпиадаһы үтте. Унда Рәсәй төбәктәренән бөтәһе 300-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты.

Афарин, Владислав!

Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернаты базаһында 9-11 класс уҡыусылары араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк- ара олимпиадаһы үтте. Унда Рәсәй төбәктәренән бөтәһе 300-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты.

Олимпиада өс турҙа үтте: инша, текст өҫтөндә тәржемә эш, викторина.

Олимпиадала Өфө ҡалаһы ҡала округының “Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәев исемендәге башланғыс осоуға әҙерләүсе  Өфө дөйөм белем биреү интернат-мәктәбе” уҡыусыһы Шильков Владислав Евгений улы ҡатнашты. Уҡыусыбыҙ был сарала һынатманы, призерҙар иҫәбендә билдәләнде һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының дипломына лайыҡ булды.

Шильков Владислав олимпиада һөҙөмтәләре буйынса үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште: “Олимпиаданың иң ауыр өлөшө 1-се тур булды, биш тема араһынан бер тема һайлап, инша яҙыу. Яйлап үткән темаларҙы иҫкә төшөрөп, уйҙарымды туплап “Тәбиғәткә, урманға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләйек” тигән темаға инша яҙҙым. Ижади эшем һәйбәт килеп сыҡты»,- тип һөйләп үтте ул.

алдына ҡуйған маҡсаттарҙы үтәп, яңы үрҙәргә ынтылған егет. Бөтә фәндәрҙән тик  «4» һәм «5» генә уҡый, кадет корпусында старшина роты вазифаһын үтәй, спорт буйынса республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙа ҡатнашып беренсе урындар яулай.

Еңеү яулаған уҡыусыбыҙҙы ҡотлап, киләсәктә ижади уңыштар теләйбеҙ! Афарин, Владислав!