Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан ”Китап” нәшриәтендә «Автограф көнө» һәм «Изге ҡулдарҙан китап» акцияһы үтте

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан ”Китап” нәшриәтендә йыл да балалар өсөн бихисап китап донъя күрә. Тәрән йөкмәткеле, сағыу һүрәтле баҫмаларҙы әҙәбиәт һөйөүселәр теләп ала. Күптән түгел йәнә сауҙаға бер нисә китап сыҡты. Ошо айҡанлы нәшриәттең махсус магазинында бөгөн «Ижадым – йәшәү асылым минең» исемле «Автограф көнө» үтте. Осрашыуҙа Земфира Муллағәлиеваның «Аҡ яулыҡлы тау» һәм Халисә Рәйхандың (Мөхәмәҙиеваның) «Бал яратам» китаптарының исем туйҙары уҙғарылды. 

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан ”Китап” нәшриәтендә йыл да балалар өсөн бихисап китап донъя күрә. Тәрән йөкмәткеле, сағыу һүрәтле баҫмаларҙы әҙәбиәт һөйөүселәр теләп ала. Күптән түгел йәнә сауҙаға бер нисә китап сыҡты. Ошо айҡанлы нәшриәттең махсус магазинында бөгөн «Ижадым – йәшәү асылым минең» исемле «Автограф көнө» үтте. Осрашыуҙа Земфира Муллағәлиеваның «Аҡ яулыҡлы тау» һәм Халисә Рәйхандың (Мөхәмәҙиеваның) «Бал яратам» китаптарының исем туйҙары уҙғарылды. 
Әҙәби сарала Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының татар телле яҙыусылар берләшмәһе етәксеһе, Назар Нәжми премияһы лауреаты, шағирә Фәниә Ғәбиҙуллина, шағир Вәрис Аҡбашев, филология фәндәре докторы, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты профессоры Лотфулла Хәбибов, шағирә Резеда Шакирова, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы баш мөхәррире Салауат Кәримов, Әлшәй районы Мәндән урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәлиә Ситдиҡова, Башҡортостанда бөтә донъя татарҙары конгресы вәкиле Илшат Ҡусҡаров, Әлшәй районы Китапханалар үҙәге Тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Альмира Кирәйева ҡатнашты. Улар яңы сыҡҡан китаптарға байҡау яһап, балалар әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергән ҡәләмдәштәренә рәхмәт белдерҙе. 
Сарала ҡатнашыусыларға нәшриәттә сыҡҡан яңы баҫмалар менән танышыу, авторҙарҙан автограф алыу мөмкинлеге булды. Нәшриәттең директоры Илһам Миңлеғәле улы байрамды асып, авторҙарҙы өр-яңы китаптары менән тәбрикләне. 
Осрашыуҙа Өфөнөң 84-се татар гимназияһы һәм 4-се мәктәп уҡыусылары (етәкселәре Айгөл Ахунова, Лилиә Ғүмәрова) Земфира Муллағәлиеваның һәм Хәлисә Рәйхандың шиғырҙарын яттан һөйләп, йыйылған ҡунаҡтарҙы һөйөндөрҙө. Ҡунаҡтар иһә авторҙарҙың ижадына тос байҡау яһаны, әҙибәләрҙең балалар әҙәбиәте үҫешенә индергән ролен билдәләне.
Авторҙар үҙ сиратында ижади пландары менән уртаҡлашты, шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе, яҙыусы менән уҡыусы араһына күпер һалған «Китап» нәшриәте етәксеһе Илһам Йәндәүләтовҡа һәм хеҙмәткәрҙәргә рәхмәтен әйтте. 
«Автограф көнө» сиктәрендә тағы ла бер матур традицияға әйләнгән йола - «Изге ҡулдарҙан китап» акцияһы ла үтте. Ул Рәсәй Федерацияһында Волонтерлыҡ һәм Теләктәшлек йылына һәм Башҡортостан республикаһында Ғаилә йылына арналды. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы баш мөхәррире Салауат Ғайса улы Кәримов һәм шағирә Земфира Мөхәрәм ҡыҙы Муллағәлиева эстафетаны Өфөнөң 84-се татар гимназияһына тапшырҙы. Улар Әлшәй районы Мәндән урта мәктәбе, ә Әлшәй районы Мәндән урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – Ситдиҡова Гүзәлиә Мөхәрәм ҡыҙы ошо уҡ райондың Никифар урта мәктәбе өсөн китаптар һатып алды. Акцияға «Аҡбуҙат» журналы баш мөхәррире, шағирә Тамара Ишбулды ҡыҙы Юлдашева менән Әлшәй районы Китапханалар үҙәге лә ҡушылды.