Вәт, исмаһам , кеше-оркестр!

Башҡортостанда иғлан ителгән Ғаилә йылы йәһәтенән ,102 –се башҡорт гимназияһы уҡыусылары алдында Ғәйзуллиндар ғаиләһе бик күркәм сығыш яһаны. Музыкант,Рәсәйзең атҡаҙанған , Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллинды юҡҡа ғына кеше- оркестр тип атамайҙар икән! Бер юлы бер нисә музыкаль инструментта : ҡумыҙ,ҡурай ,хайран, һыбыҙғы ла уйнаусыны тәүгегә күреү үҙе бер мөғжизә булды күптәр өсөн!Ҡурайсының йомшаҡ ,моңло итеп ҡурайза уйнау менән өзләүҙе берләштереүе концертты йәмләндереп ебәрҙе,ҡыҙ һәм малайҙар рәхәтләнеп ҡул сапты.

Рәмил Мәүлитовичтың улы , бөтә Рәсәй ,халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты ,солист Айтуған Ғәйзуллин үҙ сиратында , башҡорт, рус телдәрендә дәртле йырҙар бүләк итте.Уҡыусылар ҡушылып йырлап, дәррәү алҡышлап ҙурланы йәш йырсыны.

Музыковед Оксана Семенова иһә балаларға һәр музыкаль инструмент хаҡында ҡыҫҡаса ғына һөйләп,таныштырып , бик бай мәғлүмәт бирҙе.

Илзирә Ғәрифуллина , китапханасы