Башҡорт телен уҡытыуҙа инновацион технология алымдары

Яңы заман яңыса уҡытыуҙы талап итә. Уҡытыусы үҙ һөнәренең оҫтаһы булыу өсөн заман менән бергә атларға, ижади эҙләнергә, алдынғы ҡарашлы булырға тейеш, һөнәри белемен һәр ваҡыт үҫтерергә тейеш.

Башҡорт телен уҡытыуҙа инновацион технология алымдары

Яңы заман яңыса уҡытыуҙы талап итә. Уҡытыусы үҙ һөнәренең оҫтаһы булыу өсөн заман менән бергә атларға, ижади эҙләнергә, алдынғы ҡарашлы булырға тейеш, һөнәри белемен һәр ваҡыт үҫтерергә тейеш.

Инновацион технология алымдарын уҡытыу процесында файҙаланыу – уҡыу сифатын күтәреүҙә бик һөҙөмтәле сара. Сөнки улар уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уята, уҡыу материалын тәрәнерәк үҙләштереү теләген булдыра, уҡыусыларҙың ижади фекерләү һәләтен үҫтереү мөмкинлеген бирә. Дәрестәрҙә уларҙы файҙаланыу уҡытыусыға, бер яҡтан, ҙур ярҙам күрһәтә, икенсе яҡтан, уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттыра һәм белем сифатын күтәреүгә булышлыҡ итә.

Беҙҙең гимназиябыҙҙа ла заманса уҡытыу мөһим маҡсаттарҙың береһе булып тора. Мәҫәлән, MOODLE электрон уҡытыу системаһын дүртенсе йыл уңышлы ҡулланып эшләүсе уҡытыусылар күп. Улар араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Миһранова Эльвира Ғәйнулла ҡыҙы һәм Усманова Рита Инсаф ҡыҙы. Был уҡытыусылар халыҡ педагогикаһы, халыҡ ижады үрнәктәре менән бер рәттән дәрестәрендә заман технологияларын ҡулланалар. Мәктәп, район, ҡала кимәлендә асыҡ дәрестәр, семинарҙарҙа ҡатнашып, үҙҙәренең эш тәжрибәләре менән уртаҡлашалар.

Күңел биреп эшләгән эштең генә һөҙөмтәләре була. Был уҡытыусылар ҙа үҙ эштәренең һөҙөмтәләре менән гимназиябыҙҙың данын арттыра. Эльвира Ғәйнулла ҡыҙы «Йыл уҡытыусыһы -2016» конкурсының еңеүсеһе, «Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2016» конкурсының лауреаты, республика регион-ара конкурсында « Тел һәм рух һаҡсыһы» номинацияһы еңеүсеһе булды. Рита Инсаф ҡыҙы - «Йыл уҡытыусыһы -2018» конкурсының лауреаты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадаларҙа, иншалар , шиғыр һөйләү бәйгеһендә еңеүселәр әҙерләй.

Артабан да был уҡытыусыларға ижади уңыштар, ауыр, ләкин мөһим эшегеҙҙә ижади уңыштар, оптимизм, яңы үрҙәр теләйбеҙ.