7-се һанлы балалар баҡсаһында «Мәғлүмәт көнө» үтте

Өфө ҡалаһы Ленин районының йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге инспекторҙары, Ленин районының 4-се һанлы «Правопорядок» отряды, Өфө ҡалаһының янғындан һаҡлау идаралығы вәкилдәре 7-се һанлы балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн «Мәғлүмәт көнө» үткәрҙе.

Өфө ҡалаһының янғындан һаҡлау идаралығының инженеры Баймөхәмәтов А.Х. янғындан һаҡланыу ҡағиҙәләрен ентекләп аңлатты һәм уларҙы үтәү кәрәклеге тураһында һөйләп үтте.

Өфө ҡалаһы Ленин районының йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге инспекторы Иванов А.А. үҙенең сығышында мутлашыуҙар осраҡтары тураһында тиҙ арала 4-се һанлы полиция отделына хәбәр итергә мөһимлеген иҫкәртте.

4-се һанлы «Правопорядок» отрядының командиры Тайгунов Т.И. 7-се һанлы балалар баҡсаһының хеҙмәткәрҙәренә йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәтен белдерҙе һәм «Правопорядок» халыҡ дружинаһы рәтенә инергә саҡырҙы.