Шағирҙың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы «Китап» кәштәһендә яңы китап!

Республикабыҙҙың халыҡ шағиры, публицист һәм драматург Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыллығын билдәләргә әҙерләнгән көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте әҙиптең «Һайланма әҫәрҙәр» китабының IV томын баҫтырып сығарҙы.

Шағирҙың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы «Китап» кәштәһендә яңы китап!

Республикабыҙҙың халыҡ шағиры, публицист һәм драматург Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыллығын билдәләргә әҙерләнгән көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте әҙиптең «Һайланма әҫәрҙәр» китабының IV томын баҫтырып сығарҙы.

Баҫма өс бүлектән тора. «Күңел сәхифәләре» тип аталған тәүге бүлек автобиографик яҙмаларҙан тора. . Һәр шағирҙың була үҙ төйәге,

Үҙ түбәһе була тауының.

Эй Миңештем – ғүмеремдең башы,

Минең сая «Батша ауылым», - тигән юлдар менән башлап, Назар Нәжми тыуған ауылы Миңештелә үткән бала сағын, үҫмер йылдарын, тәүге уҡытыусыларын, тәүге уҡытыусыларына арнап яҙған тәүге шиғырҙарын, Өфөгә уҡырға килгән мәлдәрен тәфсирләп яҙа. Өфөгә килгәс, Баязит Бикбай, Сәләх Кулибай, Мәсүд Сөндөклө, үҙе ишеләрҙән – Ибраһим Абдуллин, Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғолова, Нәжиб Асанбаев кеүек йәш шағирҙар менән тәү тапҡыр танышыуы шағирҙа онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдыра. Мостай Кәрим менән дуҫлашыуҙы ул «ижади дуҫлыҡтың, дуҫлыҡ ағасының иң мөһим олоно» тип атай. Шағир үҙе тураһында: «…шиғриәт донъяһына ниндәйҙер бер көтөлмәгән шифалы ел тарафынан осоролоп төшкән орлоҡтан үҫеп сыҡҡан үҫенте итеп хис итәм һәм ошо орлоҡтоң бик уңдырышлы тупраҡҡа тура килгәнен күрәм» - тип яҙа. Уңдырышлы тупраҡ, уныңса, тыуып үҫкән ере, халҡы һәм ысынбарлығы булып тора.

Китаптың «Ил, халыҡтар яҙмышы, дәүләтселек, ижтимағи-сәйәси мәсьәләләр» тип аталған икенсе бүлегендә шағирҙың милләт һәм халыҡ яҙмышы хаҡындағы уйланыуҙары, тәрән борсолоуҙары, хаттары бирелә.

Өсөнсө бүлектә авторҙың төрлө йылдарҙа яҙылған пьесалары («Яҙғы йыр», «Хуш, Хәйрүш», «Саҡырылмаған ҡунаҡ», «Гармунсы дуҫ», «Күршеләргә ҡунаҡ килгән») урын алған.

Китапты төҙөүселәр -  шағирҙың ҡыҙы Алһыу Назар һәм ейәне Ансаф Әбделнәғимов.