Сталинград, һин һаман күңелдә

Сталинград һуғышында совет яугирҙәренең немец-фашист ғәскәрҙәрен тар-мар итеүенә 75 йыл тулыу айҡанлы Өфө ҡалаһының Ленин районында төрлө саралар уҙғарыла. 

Сталинград һуғышында совет яугирҙәренең немец-фашист ғәскәрҙәрен тар-мар итеүенә 75 йыл тулыу айҡанлы Өфө ҡалаһының Ленин районында төрлө саралар уҙғарыла.
18-се һанлы балалар китапханаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны,  Сталинград яуында ҡатнашыусы Николай Андреевич Ратушняк йәш уҡыусылар менән осрашты.
Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡан ҡойошло яуы шаһиты менән осрашыу айырыуса тулҡынландырғыс булды. Аяуһыҙ алыш яугиры Николай Андреевич йәш быуынға башынан үткәндәрен бәйән итте, Михаил Барятинский «Сталинград ҡаны» китабының фотолары буйынса һөйләне. Уҡыусылар уның һәр бер һүҙен йотлоғоп тыңланы, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.

Балалар Николай Андреевич хөрмәтенә «Иҫтә ҡалдырығыҙ!» исемле поэтик композиция менән сығыш яһанылар.

Ветеранды өлкән йәшенә булыуына ҡарамаҫтан тыңлауы ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс булды. Николай Андреевичтың рух ныҡлығы, көр күңеллелеге һәм тормошто яратыусы булып ҡалыуы һоҡландыра.

Яҡты тормош, аяҙ күк өсөн үҙ йәндәрен, тәндәрен фиҙа ҡылып бөйөк азатлыҡ һуғышында ҡатнашҡан ветерандар алдында баш эйәбеҙ! Һәм илебеҙгә яңы һулыш, яңы көс-ҡеүәт, шатлыҡ килтергәндәре өсөн рәхмәт әйтәбеҙ.