Бөгөн Өфөнөң Затон биҫтәһендәге «Тулҡын» скверында «Зарница» уйыны үтте

Ул Сталинград һуғышында еңеүҙең 75 йыллығына арналды. Уҡыусылар хәрби-десантсы һәйкәленә сәскә һалды, бер минут тынлыҡ менән яуҙа башын һалған яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алды.  

Ул Сталинград һуғышында еңеүҙең 75 йыллығына арналды. Уҡыусылар хәрби-десантсы һәйкәленә сәскә һалды, бер минут тынлыҡ менән яуҙа башын һалған яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алды.  

Рапорт биреү, стройға теҙелеү - бөтәһе лә хәрбиҙәрсә. Өфөнөң «Тулҡын» скверында  4-се мәктәп  уҡыусылары «Зарница»ға йыйылды. Ҡаршылыҡтарҙы үтеү, мәргән уҡсы,  разведчик һәм шифровкалау - хәрби-патриотик  уйында ҡатнашыусылар алты этап үтеп сығырға тейеш.  
Йәрәхәтләнгән һалдат  носилканан төшөп китә. Кескәйҙәр «Зарница» уйыны шарттары менән таныш. Әммә көтөлмәгән хәлдәрҙән бер кем дә азат түгел. Носилка урынына  ябай сана ҡулланыла. 
Иң яуаплыһы ул әлбиттә, яланды миналарҙан таҙартыу. 
Данил Акилов, «Зарница» уйынында ҡатнашыусы: «Ауыр эш. Түҙемле булыу талап ителә. Бомбаны табып зарарһыҙландырырға кәрәк.  Мин үҙем хәрби кеше булырға уйлайым,  киләсәктә диңгеҙ флотында эшләргә хыялланам».
Уйында бөтәһе 72 бала ҡатнаша. Бер нисә төркөмгә бүленгән уҡыусылар берҙәм булырға, ҡағиҙәләрҙән тайпылмаҫҡа тейеш.   
Екатерина Ильина, «Зарница» уйынында ҡатнашыусы: «Беҙ Морзе азбукаһы ярҙамында йәшерен һүҙҙе астыҡ. Бер-нисә минут эсендә башҡарҙыҡ. «Сражаясь и»  һүҙбәйләнеше килеп сыҡты».
Өфөнөң Ленин районында «Зарница» уйынын ойоштороу йолаға әүерелгән.  Быйыл ул Сталинград һуғышында  еңеүҙең 75 йыллығына арналды.  
Татьяна Первушина, «Алые паруса» ойошмаһы директоры урынбаҫары: «Лекциялар үткәреү, әңгәмәләргә ҡарағанда,  уҡыусыларҙың белемен ошолай ғәмәлдә һынау отошлораҡ. Улар спорт уйындарында ҡатнашып ҡына ҡалмай, Сталинград һуғышы геройҙары тураһында ла уйынға әҙерләнгәндә күберәк мәғлүмәт туплай». 
Сарала уҡыусыларҙың ата-әсәләре лә ҡатнашты. Ҡасандыр улар үҙҙәре лә «Зарница» уйнаған.  Тәрбиә эшендә  тарихта ҡалған йоланы тергеҙеүҙең улар ыңғай яғын ғына күрә. Совет заманында «Зарница»  1967 йылдан алып  барлыҡ мәктәптәрҙә ойошторолған. Маҡсаты -  йәш быуында  патриотик рух уятыу, ниндәйҙер кимәлдә хәрби әҙерлек  алып барыу. 
«Зарница» уйыны  күмәкләп  ялан бутҡаһы ашау, сәй эсеү менән тамамланды. Ҡатнашыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.