Һупайлы микрорайонында урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу һорауҙарын ҡараған йыйылыштар үтте

Йыйылыштарҙы Наталья Ковшова урамындағы 6-сы, Академик Королев урамындағы 2-се, Баязит Бикбай урамындағы 28-се һанлы йорттарҙа йәшәүселәр ойошторҙо. 

Һупайлы микрорайонында урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу һорауҙарын ҡараған йыйылыштар үтте

Йыйылыштарҙы Наталья Ковшова урамындағы 6-сы, Академик Королев урамындағы 2-се, Баязит Бикбай урамындағы 28-се һанлы йорттарҙа йәшәүселәр ойошторҙо. Йыйылыш һөҙөмтәһендә бер йорт иҫке хоккей майҙансығын яңыртыуға (Н. Ковшова, 6), урам тренажерҙары булған, резина менән ҡапланған спорт майҙаны ҡуйҙыртыуға (Б. Бикбай, 28) ғариза бирергә ҡарар итте. Ә инде Академик Королев урамындағы 2-се йортта йәшәүселәр мини-футбол өсөн майҙансыҡ эшләтергә теләк белдерҙе.