Октябрь районында тау саңғыһы буйынса Волга буйы федераль округы беренселеге үтте

Ошо көндәрҙә Октябрь районында Рәсәйҙең атҡаҙанған тренерҙары Евгений һәм Татьяна Козловтар призына тау саңғыһы буйынса Волга буйы федераль округы беренселе уҙғарылды. 

Ошо көндәрҙә Октябрь районында Рәсәйҙең атҡаҙанған тренерҙары Евгений һәм Татьяна Козловтар призына тау саңғыһы буйынса Волга буйы федераль округы беренселе уҙғарылды.

Ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн илебеҙҙең 8 субъектынан 90-ға яҡын спортсы килде. Быйыл Башҡортостан Киров, Саратов, Һамар, Ульяновск өлкәләренән, Татарстан, Удмуртия республикаларынан, Пермдән килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләне. Әлбиттә, үҙебеҙҙең республика саңғысылары ла Беренселектә яҡшы күрһәткестәргә өлгәште.