Октябрь районының катоктары спорт һөйөүселәрҙе көтә

Быйылғы ҡышта асыҡ һауала өүҙем ял итеү өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Октябрь районында ла тимераяҡтарҙа шыуыу урындары етерлек – күп ҡатлы йорттар янындағы территорияларҙа, мәктәптәрҙә, парктарҙа хоккей майҙансыҡтары булдырылған. 

Быйылғы ҡышта асыҡ һауала өүҙем ял итеү өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Октябрь районында ла тимераяҡтарҙа шыуыу урындары етерлек – күп ҡатлы йорттар янындағы территорияларҙа, мәктәптәрҙә, парктарҙа хоккей майҙансыҡтары булдырылған. Ғорурланырға ла нигеҙ бар – М. Рыльский урамындағы 6/1 һанлы йорт янында барлыҡҡа килгән заманса хоккей майҙансығы ҡала кимәлендә ойошторолған конкурста беренсе урын яуланы.

Шулай уҡ ҡала халҡы Мәжит Ғафури паркында, “Аҡбуҙат” ипподромында, “Олимп” стадионында, Һупайлы биҫтәһендәге катоктарҙы ярата, ул майҙандарҙан кеше өҙөлмәй.