15-се белем үҙәгендә Заһир Зәйнитдиновтың концерты үтте

Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһы ҡала округының 15-се белем үҙәгендә популяр музыкант Заһир Зәйнитдинов (ZAINETDIN) үҙенең этно-шоу программаһы менән сығыш яһаны.

15-се белем үҙәгендә Заһир Зәйнитдиновтың концерты үтте

Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһы ҡала округының 15-се белем үҙәгендә популяр музыкант Заһир Зәйнитдинов (ZAINETDIN) үҙенең этно-шоу программаһы менән сығыш яһаны. Ул донъя халыҡтарының ун биш төр музыка ҡоралында уйнап, йәш  тамашасыларҙың күңелен яуланы.

Был программабыҙҙың маҡсаты – йәш тамашасыларыбыҙҙың күңелдәрендә мәҙәниәтебеҙгә, телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү, Тыуған илебеҙҙең, телебеҙҙең абруйын арттырыу, Башҡортостаныбыҙға ғорурлыҡ тойғоһо уятыу.

Осрашыуҙа заманса музыка һәм мауыҡтырғыс көйҙәр яңғыраны. Халҡыбыҙҙың моңо, бейеүҙәре  уҡыусыларыбыҙҙың күңеленә хуш килде, сағыу тәьҫораттар ҡалдырҙы.