Бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһында билдәле йырсы Ғәлиә Солтанованың 80 йәшлек юбилейы уңайынан байрам кисәһе уҙғарыла

Бөгөн, 30 ғинуарҙа Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәлиә Солтанова “Һағышым йырҙарымда” исемле концерт программаһы менән сығыш яһай.  Тамашаның режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова. Билдәле йырсының 80 йәшлек юбилейы уңайынан ойошторолған байрам кисәһендә филармонияның солистары һәм коллективтары Ғәлиә Солтанова репертуарынан йырҙар башҡара. 

Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы Солтанова  Салауат районы Лаҡлы ауылында күп балалы ғаиләлә 1937 йылдың 16 февралендә тыуған. Моңло тауыш йырсыға атаһынан бирелгән. Бик бәләкәйҙән, мәктәп, ауыл клубында йырлап үҫә.

1960 йылда — Свердловск ҡалаһында П. И. Чайковский исемендәге музыка училищеһын, 1968 йылда — Мәскәүҙәге Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия институтын тамамлай. Юғары белемле йәш йырсы, Өфөгә ҡайтып, Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй башлай.

«Зөлхизә», «Таштуғай», «Ашҡаҙар», «Шәүрә» кеүек мәшһүр йырҙарҙы бик оҫта башҡарыусы моңло йырсыны республикала ғына түгел, Мәскәү, Ленинград, Ҡазан, Урта Азия ҡалаларында, Финляндия, Монголия сәхнәләрендә лә көтөп алалар, алҡыштарға күмәләр.

Ғәлиә Солтанова халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы ғына түгел, композиторҙарыбыҙ әҫәрҙәрен дә актив пропагандалаусы, күп көйҙәрҙең тәүге башҡарыусыһы ла була. З. Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһында Әминә ролен, Нәжип Йыһановтың «Алтынсәс» операһында Алтынсәс партияһын башҡара. Ғәлиә Солтанова башҡарыуында Хөсәйен Әхмәтовтың «Замандаштар» операһынан Бибинур арияһын да тулҡынланмай ғына тыңлау мөмкин түгел.

Ғәлиә Солтанованың йырсы булып китеүендә атаҡлы композитор Хөсәйен Әхмәтовтың хеҙмәте ҙур. Уға артабан уҡыуын дауам итеүҙә, йырсы булараҡ үҫеүҙә ике аралағы ижади дуҫлыҡ ныҡ ярҙам итә. Ғ. Солтанова үҙ сиратында композиторҙың бик күп әҫәрҙәрен беренсе булып халыҡҡа алып сыға.

Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы оҫта педагог та булып таныла. 1980 йылдан башлап Өфө педагогия колледжында, 1988 йылдан алып Өфө дәүләт сәнғәт академияһында студенттарҙы театр, музыка буйынса уҡыта. Тырышлығы, уңғанлығы менән коллегалары, студенттар араһында абруй ҡаҙана.