Өфө ҡалаһы Ленин районында Инвестиция мөхите торошо милли рейтингының мәсьәләләре ҡаралды

2018 йылдың 25 ғинуарында Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәтенең кесе залында Инвестиция мөхите торошо милли рейтингының программаһы сиктәрендә Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәт башлығының урынбаҫары Луиза Сәрим ҡыҙы Макшукова етәкселеге аҫтында ултырыш үтте.

Ултырышта РФ-ның БР буйынса 40-сы һанлы район-ара һалым инспекцияһы һәм райондың учреждение вәкилдәре ҡатнашты.

Луиза Сәрим ҡыҙы Милли рейтингтың төп тәртиптәрен, бурыстарын атап үтте, 2017 йылдың программа сиктәрендәге һөҙөмтәләре менән һәм 2018 йылға пландар менән таныштырҙы.
40-сы һанлы район-ара һалым инспекцияһы вәкиләдәре контроль-касса техникаһы тәртиптәренә күсеү, 2018 йылдағы ҡануниәт үҙгәрештәре һәм башҡа темалар менән сығыш яһанылар. Ултырышта ҡатнашыусылар бар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға тулы яуаптар алды.

Рәсәй субъекттарында Инвестиция мөхите торошо милли рейтингының төп маҡсаттары эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын баһалау, иң яҡшы төбәк тәжрибәләрен асыҡлау, Милли эшҡыуарлыҡ башланғысының юл карталарын ғәмәлгә ашырыу.