“Конверттағы эш хаҡы” эҙемтәләре

Башҡортостанда кешенең рәсми рәүештә теркәлмәй эшләгәне асыҡлана килә. Күптәр эш хаҡының күп өлөшөн “конвертта” алырға риза, хәҙерге көндә шуны лайыҡлы эш хаҡы тип иҫәпләй.

“Конверттағы эш хаҡы” эҙемтәләре

Башҡортостанда кешенең рәсми рәүештә теркәлмәй эшләгәне асыҡлана килә. Күптәр эш хаҡының күп өлөшөн “конвертта” алырға риза, хәҙерге көндә шуны лайыҡлы эш хаҡы тип иҫәпләй.

Эш хаҡы ни тиклем ҙурыраҡ булһа, эш биреүсе бюджеттан тыш фондтарға тейешле аҡсаны ла күберәк күсерә, тимәк, хеҙмәткәр төрлө тормош хәл-ваҡиғаларында үҙен күпкә яҡлаулыраҡ тоя.

Эш хаҡын конвертта алыусы йөклө ҡатын-ҡыҙҙар айырыуса ҙур финанс юғалтыуҙарға дусар.Сөнки йөклөлөк һәм бала табыу, балаға 1,5 йәш тулғансы уны тәрбиәләү буйынса пособиелар ҙа рәсми эш хаҡы күләменән генә сығып билдәләнә.

Күп кенә ойошмаларҙың “һоро” эш хаҡы схемаһы ҡулланыуы – эш биреүселәрҙең һалымдан ҡасыу алымы. Әммә был осраҡта һәр ваҡыт хеҙмәткәр зыян күрә, сөнки ул үҙе үк тулы күләмдәге социаль гарантияларҙан мәхрүм итеүсе документҡа ҡул ҡуя.

Рәсми хеҙмәт килешеү төҙөүенә ҡул ҡуймағандар отпуск аҡсаһын тулы күләмдә түләмәүҙәренә, эштән киткәндә тулыһынса иҫәп-хисап яһамауҙарына юлығыуы ихтимал. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие ла әҙ түләнәсәк. Бынан тыш, эштә ҡыҫҡартыуҙар бала тыуыуы, уҡыу һ.б. хәлдәр менән бәйле социаль гарантиялар ҙа үтәлмәйәсәк. Шулай уҡ банктар һеҙгә кредит биреүҙән баш тартырға, сит илгә виза бирмәҫкә мөмкин. Ҡартлыҡ буйынса пенсияға сыҡанда йәки инвалидлыҡ билдәләгәндә минималь пенсия тәғәйенләнәсәк.

Шулай итеп, эш биреүселәр һалым түләмәҫ өсөн “конверт” системаһын ҡуллана.

Страховкалаусылар аҡсаны шулай экономиялап, РФ Конституцияһы һәм Хеҙмәт кодексының түбәнедәге статьяларын боҙалар:

– РФ Конституцияһының 37-се статьяһы: хеҙмәткәрҙең үтәлгән хеҙмәт өсөнфедераль закон тарафынан билдәләнгән эш хаҡының минималь күләменән кәм булмаған  эш хаҡы алырға хоҡуғы бар;

– РФ Хеҙмәт кодексының 21-се статьяһы: хеҙмәткәрҙең, квалификацияһына, хеҙмәттең ауырлығына, башҡарылған эштең күләменә һәм сифатына ярашлы, ваҡытында һәм тулы күләмдә эш хаҡы алырға хоҡуғы бар;

– РФ Хеҙмәт кодексының 22-се статьяһы: эш биреүсе бер күләмдә башҡарылған хеҙмәт өсөн хеҙмәткәрҙәргә тигеҙ эш хаҡы түләргә тейеш.