Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәте башлығы Дмитрий Масютин Нижегородка биҫтәһендәге социаль объекттарҙа булып үтте

Бөгөн, 2018 йылдың 26 ғинуарында, Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәте башлығы Дмитрий Геннадьевич Масютин Нижегородка биҫтәһендә урынлашҡан 6-сы һанлы балалар поликлиника, 44-се һанлы поликлиника филиалдарында һәм «Эврика» йәштәр үҙәгендә булып ундағы эш барышы менән танышты. 

6-сы һанлы балалар поликлиникаһының педиатрия бүлегендә капиталь ремонт эштәре тамамланған. Ике ҡатлы бинала балалар өсөн көндөҙгө стационар, стоматология һәм башҡа кабинеттар бусалаҡ.

Балалар поликлиникаһындағы эш торошон ҡарап сыҡҡас, Дмитрий Масютин Нехаева, 60 урамында урынлашҡан 44-се һанлы поликлиникаһының сафҡа индереү әҙерлеген тикшерҙе. Яңыртылған медицина бинаһында 17 койко-урынға көндөҙгө стационар асыласаҡ.

«Эврика» йәштәр үҙәгендә тиҙҙән тир эшләй башлай, Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәте башлығы тир бинаһының әҙерлеге менән танышты.