Берҙәм тырышлыҡ менән башҡарыласаҡ эш

«Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһы буйынса Өфө ҡалаһы Ленин районында йыйылыштар әүҙем бара. 

Берҙәм тырышлыҡ менән башҡарыласаҡ эш

«Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһы буйынса Өфө ҡалаһы Ленин районында йыйылыштар әүҙем бара.
Ошо көндәрҙә ул  Козарез ауылында ла үтте. Йыйылышта Өфө ҡалаһы Ленин районының төҙөкләндереү һәм коммуналь хужалығы бүлеге начальнигы Азамат Аҡтуғанов, баш специалист Лазарь Лазарев һәм ауыл халҡы ҡатнашты.

Республика бюджетынан йүнәлтелгән матди ярҙамға, урындағы халыҡ та ҡушыла

Район хакимиәте вәкилдәре менән уҙғарылған йыйылышта  ҡатнашыусылар үҙҙәренең аныҡ тәҡдимдәре менән сығыш яһаны. Йыйылыш бик йәнле барҙы. Ауыл халҡына Республика бюджетынан йүнәлтелгән матди ярҙамына урындағы халыҡ та ҡушылыуы тәртиптәре билдәләнде. Ауылдаштар ауылға балалар майҙансығы кәрәклеген белдерҙе.