Башҡорт дәүләт филармонияһы музыкаль проект тәҡдим итә

25 ғинуарҙа Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә тәүге тапҡыр үҙенсәлекле проект - «Һин бәхетле! Ә мин?» исемле музыкаль кисә тәҡдим ителәсәк.

«Нимә ул мөхәббәт?», «Бармы ул?»,  «Яҡты бер хисме, әллә ауырыумы?», «Ғүмер буйы йәшәйме?», «Кемдәрҙе бәхетле итә?»… «Итәме?»… Был һорауҙарға яуапты тамашаның төп геройҙары - билдәле актер Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов һәм эстрадабыҙҙың ҡабатланмаҫ моң эйәһе Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина эҙләй. Тамашаның режиссеры –  Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.