Өфө шорт-трексыһы Семен Елистратов: «Пхенчханға уңышҡа өлгәшер өсөн барам»

Уҙған көндәрҙә Рәсәй йыйылмаһына ил символикаһы төшөрөлмәгән олимпия формаһын бирҙеләр. Экипировка үҙәгенә беренселәрҙән булып ингән спортсылар араһында Өфө шорт-трексыһы Семен Елистратов булды. Яҡташыбыҙҙың Көньяҡ Кореялағы Олимпиадаға кәйефе күтәренке. Ошо хаҡта ул «Р-Спорт»ҡа интервьюла белдерҙе.

«Азияла сәғәт бүлкәтенең алмашыныуын кисерәбеҙ, әммә профессиональ спортсы булараҡ был һорауға һорау менән генә яуап бирә алам: ә ниңә, мин һайлай аламмы? Мин уңышҡа өлгәшер өсөн барам», — тип баҫма Елистратовтың телмәренән өҙөмтә килтерә.

«Ҡайһы берҙә теләһе ниндәй күңелһеҙ хәлдәр сығырҙан сығара, әммә был тормош, уларһыҙ булмай», — тип аңлатты шорт-трексы.

Өфө спортсыһы һүҙҙәренсә, Пхенчханда уның яңы ярышташтары юҡ. Әммә ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, шулай ҙа рәсәйҙәргә корейсылар конкуренция буласаҡ.