Өфөлә хәйриә акцияһы үтәсәк

31 ғинуарҙа Воскресения Христова соборы территорияһында “Йәшәүгә хоҡуҡ” тип аталған хәйриә акцияһы үтәсәк. 

Өфөлә хәйриә акцияһы үтәсәк

31 ғинуарҙа Воскресения Христова соборы территорияһында “Йәшәүгә хоҡуҡ” тип аталған хәйриә акцияһы үтәсәк.

Акция сиктәрендә йәшәр урыны булмаған граждандарға ярҙам күрһәтелә, сара көндөҙгө берҙән икегә тиклем дауам итәсәк. Мохтаждарға ярҙам күрһәтергә теләүселәр ошо уҡ ваҡытта собор янына килеп, йәшәр урынһыҙ ҡалған кешеләргә кейем-һалым һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тапшыра ала.