1-се һанлы мәктәбенең төҙөлөш һәм реконструкцияһы эштәре

2017 йылдың июнь башында Мостай Кәрим урамында урынлашҡан ике бинанан торған 1-се һанлы мәктәбенең төҙөлөш һәм реконструкция эштәре башланды. Мәктәп биналарының береһе ике ҡатлы, 1951 йылда төҙөлгән һәм БашНИИстрой тарафынан аварий хәлендә тип табылған. Ул 2009 йылдан алып буш торҙо. Уҡыусылар күрше торған биш ҡатлы бинала уҡыуҙарын дауам итәләр ине. 

Мәктәптең яңы бинаһы иҫкеһенең урынында төҙөлөп килә һәм дүрт ҡатлы буласаҡ. Яңы бинаның төҙөлөшө менән бер рәттән биш ҡатлы бинаһының рекострукцияһы эштәре бара. Төҙөлөш графикка ярашлы килә. 

Төҙөлөш һәм реконструкцияһы эштәре башҡарылғандан һуң мәктәп үҙенә 775 бала һыйҙыра ала. Бөгөнгө уҡыусылар һаны менән сағыштырғанда, был һан ике тапҡырға ҙурыраҡ. Ҡаланың актив үҫешенә ҡарағанда был бик актуаль. 

Мәктәпте сафҡа индергәндән һуң уҡыусылар өҫтәлмә дәрестәрен мәктәптән сыҡмай өйрәнә алалар. Йөкмәткеле уҡыу процессы өсөн план буйынса ике спорт залы, ритмика һәм хореография залдары, китапхана – мәғлүмәт үҙәге, 315 урынлы актовый залы һәм башҡа бүлмәләр булдырыуы ҡаралған.