Яңы уҡыу йылына - яңы белем усағы

Өфөнөң Ленин районында бар уңайлыҡтары булған мәғариф учреждениеһы сафҡа индерелә. Заманса мәктәп 775 урынға иҫәпләнгән.  Обьектты төҙөү Башҡортостандың 100 йыллығына әҙерлек сиктәрендә бара. Әле белем усағында тәҙрә рамдары ҡуйыу, биҙәкләү эштәре башҡарыла, инженер селтәрҙәре тоташтырыла.  

Эльвира Трофимова төҙөлөштә 10 йылдан ашыу эшләй, уларҙың бригадаһына төрлө обьекттарҙы сафҡа индерергә тура килә. Әммә мәктәп, балалар баҡсаһын төҙөгәндә яуаплылыҡ икеләтә арта, сифатлы ла, зауыҡлы ла итеп эшләргә тырышабыҙ. Мәғариф учреждениеһы - белем мәркәзе, бында беҙҙең киләсәк тәрбиәләнә, ти ул.
Башҡаланың Ленин районындағы 1-се мәктәптә төҙөлөш былтыр йәй башлана, бында яңы корпус һалыу менән бер рәттән иҫке бинаны ремонтлау ҙа ҡаралған. Диуарҙарҙы күтәреү, ҡыйыҡты ябыу кеүек күләмле эштәр тамамланған. Әле йылытыу торбаларын үткәреү, тәҙрә рамдарын ҡуйыу, штукатур-биҙәү эштәре бара.  Уҡыусылар ваҡытлыса Өфөнөң 2-се лицейында уҡый. 
Мостай Кәрим һәм Достоевский урамдары киҫелешендәге беренсе мәктәп башҡаланың иң боронғо белем усаҡтарының береһе иҫәпләнә. Бинаға нигеҙ 1920 йылда уҡ, Октябрь Революцияһынан  һуң һалына. Ул тәжрибә-күрһәтеү коммуна мәктәбе тип атала. Мәғариф учреждениеһы әлеге заманда ла үҙ асылына тоғро ҡара, Рәсәй, республика кимәлендәге конкурстарҙа еңеү яулай. Төҙөлөш, ремонт эштәре белем биреү сифатын тағы ла яҡшыртырға булышлыҡ итер, тип көтөлә. 
1-се мәктәп башҡаланың меңдәрсә балаһына оло тормошҡа юл аса. Яҡташыбыҙ, рок-музыкант Юрий Шевчук та тап ошонда белем ала. Элек тарихи мәктәп ике корпустан торған була, әммә башланғыс синыфтар белем алған ике ҡатлыһы 7 йыл элек сафтан сыға һәм ябыла. Шуға күрә бөтөн коллектив бер бинаға күсә. Ә унда урындар етмәй, 325 балаға иҫәпләнгән белем усағында ике тапҡырға күберәк уҡыусы белем ала. 
Яңы мәктәптә белем алыу өсөн заманса уңайлыҡтар ҡаралған, иркен, яҡты уҡыу кабинеттары, лаборатория бүлмәләре, ике спорт залы. Проект хаҡы 600 миллион һум тирәһе, аҡса республика бюджетынан бүленә. 
Вадим Йәғәфәров, төҙөлөш участкаһы мастеры: «Төҙөлөш графикка ярашлы бара, обьектты йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырырға тейешбеҙ. Әммә объектты алдараҡ тамамлап, уҡыусыларға белем көнөнә бүләк эшләргә уйлайбыҙ. Бын ниәтебеҙ тормошҡа ашыр тип ышанабыҙ».
Ленин районында яңы белем усағына ихтыяж ҙур, эргә-тирәлә бер нисә күп ҡатлы йорт  ҡалҡып сыҡҡан. Шуға күрә мәктәп киләсәккә ҡараш ташлап ҙурыраҡ итеп һалына. Белем усағында төҙөлөш эштәре Башҡортостандың 100 йыллығына әҙерлек сиктәрендә бара.  Республикала юбилей обьекттары исемлегенә 4 тиҫтәнән ашыу мәғариф учреждениеһы ингән.