Балаларҙың хәүефһеҙлеге — ата-әсәнең ҡулында

Баланың хәүефһеҙлеге – ул көндәлек бурыс һәм был, беренсе сиратта, ата-әсәләргә ҡағыла. Уларҙың һаулығын һәм ғүмерен һаҡлау һәм яҡлау тик беҙҙән тора. Бының өсөн бер нисә ябай ҡағиҙәне күҙәтергә һәм балаларға еткерергә кәрәк.

Балаларҙың хәүефһеҙлеге — ата-әсәнең ҡулында

Баланың хәүефһеҙлеге – ул көндәлек бурыс һәм был, беренсе сиратта, ата-әсәләргә ҡағыла. Уларҙың һаулығын һәм ғүмерен һаҡлау һәм яҡлау тик беҙҙән тора. Бының өсөн бер нисә ябай ҡағиҙәне күҙәтергә һәм балаларға еткерергә кәрәк.

Шулай итеп, балалар түбәндәгеләрҙе хәтерендә ныҡлы тоторға тейеш:

Бер ҡасан да таныш булмаған кешеләр менән һөйләшмәһен һәм уларҙы йортоңа, фатирыңа индермә;

Сит кешеләр менән бергә подъезға инмә;

Таныш булмаған автомобилгә ултырма;

Мәктәптән һуң урам буйлап яңғыҙ йөрөмә.

«Юҡ!» тип әйтергә өйрән:

Әгәр һине машина менән өйөңә алып барырға тәҡдим итһәләр (хатта был кеше күршең булһа ла);

Әгәр мәктәпкә йәки балалар баҡсаһына һине алырға ят кеше килһә, ә әсәйең был турала иҫкәртмәһә;

Әгәр ата-әсәйең өйҙә булмағанда сит кеше өйөгөҙгә инеп шылтыратырға йәки һыу эсеп сығырға һораһа;

Әгәр урамда берәйһе тәмлекәс ашарға саҡырһа, телефон, компьютер уйнарға тәҡдим итһә.


Яуыз уйлы кешеләр менән дөрөҫ аралаша белеү ҙә мөһим:

Әгәр һинән берәй урамды йәки йортто күрһәтеүҙе һораһалар, нисек барырға кәрәклеген аңлат, ә үҙең ул кешегә эйәрмә.

Әгәр һине бергә барырға өгөтләһәләр, «миңә өйгә ҡайтырға кәрәк» тип был кешенең янынан кит, өйҙәгеләреңә шылтырат.

«Әйберем ауыр, алып барырға ярҙам ит», тип һораусыларға ла ярҙам ҡулы һуҙыу хәүефле.

Әгәр һиңә берәй конкурста ҡатнашырға, киноға төшөргә тәҡдим итһәләр, эйәрмә, ә «Конкурс ҡайһы ерҙә буласаҡ, мин ата-әсәйем менән килермен», тип яуапла.

Әгәр һинең яныңа машина килеп туҡтаһа, тиҙ генә икенсе яҡҡа кит һәм бер ҡасан да сит автомобилгә (руль артында ҡатын-ҡыҙ булһа ла) ултырма.

Балаларҙа бөгөнгө урам, транспорт, тәбиғәт, көнкүреш тормошонда тәртип ҡағиҙәләрен еткереү һәм уларҙың үтәү нигеҙҙәрен формалаштырыу күп ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыр.