Өфө ҡалаһы Ленин районының бар мәктәптәрендә «Минең атайым иң шәбе» исемле социаль проект башланасаҡ

2018 йылдың 20 ғинуарында Өфө ҡалаһы Ленин районының бар мәктәптәрендә «Минең атайым иң шәбе» исемле социаль проект башланасаҡ. Быға тиклем был проект өс белем биреү учреждениеларында, 2-се һанлы Башҡорт лицейы, 24-се һәм 128-се мәктәптәрҙә, урын алған ине.

Проект ата-әсәләр тарафынан хуплап ҡаршы алынды. Сара социаль йүнәлешле һәм түләүһеҙ ойошторола. Социаль селтәрҙәр аша киң билдәлелек яулап үҙенә күп ҡатнашыусылар йәлеп итте.

20 ғинуар көнө «Минең атайым иң шәбе» социаль проекты киләһе мәктәптәрҙә старт аласаҡ -

  1-се һанлы мәктәп ( Ғафури урамы, 103а) – 13.00 сәғәттә.

 4-се һанлы мәктәп (Әхмәтов урамы, 304) – 12.00 сәғәттә.

 10-сы һанлы Белем биреү үҙәге (Зенцова урамы, 51) – 12.00 сәғәттә.

 25-се белем биреү үҙәге (Выгонная урамы, 10) – 10.00 сәғәттә.

 35-се Белем биреү үҙәге (Ғафури урамы, 7) – 12.00 сәғәттә.

 39-сы һанлы гимназия (Достоевский урамы, 67) – 12.00 сәғәттә.

 46-сы һанлы лицей (Әхмәтов урамы, 320) – 12.00 сәғәттә. 

 91-се һанлы гимназия (Красина урамы, 33) – 13.30 сәғәттә.

Проекттың маҡсаты ғаилә институтын һәм ҡиммәттәрен нығытыу, рухи-әхлаҡи традицияларҙы һаҡлау, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау.  

20 ғинуар көнө уйындар киләһе график буйынса үтәсәк:

– Волейбол уйыны, 13.00 сәғәттә., спортзалда ( 24-се һанлы мәктәптә);

– Шахмат уйыны, 11.00 сәғәттә, актовый залда ( 2-се һанлы башҡорт лицейында);

– ОФП, 14.00 сәғәттә, спортзалда ( 128-се мәктәптә).