Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре викторина аша

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре – һәр ваҡыт мөһим тема. Саф һауала уйнағанда, мәктәпкә юлланғанда, ҡайтҡанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү  фажиғәгә илтеүе ихтимал.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре – һәр ваҡыт мөһим тема. Саф һауала уйнағанда, мәктәпкә юлланғанда, ҡайтҡанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү  фажиғәгә илтеүе ихтимал.

Оксана Симонова һәм Оксана Галямова «Атлет» клубының социаль педагогтары  4-се һанлы мәктәбенең уҡыусыларына ҡыҙыҡлы викторина аша юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә өйрәтте. Үҙләштергән белемдәрен системаға һалырға – беренсе маҡсат.
Балалар юл ҡағиҙәләре, билдәләре менән танышты, әкиәт персонаждары ярҙамы менән нимә ярай, нимә ярамағанды  үҙләштерҙе. Викторинала ҡатнашыусылар бөтә  һорауҙарға тулы һәм ентекле яуап бирҙеләр.

Викторина рәүешендә булһа ла, сара балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса яҡшы дәрес бирҙе, тип ышанғы килә.