2018 йылдың 20 ғинуарында Затон биҫтәһендә хоккей ҡабын асыу тантанаһы уҙасаҡ

2018 йылдың 20 ғинуарында Затон биҫтәһендә йәшәүселәр өсөн мөһим сара ойоштороласаҡ - «Тулҡын» скверында хоккей ҡабы асыла.

2018 йылдың 20 ғинуарында Затон биҫтәһендә йәшәүселәр өсөн мөһим сара ойоштороласаҡ - «Тулҡын» скверында хоккей ҡабы асыла.

Асыу тантанаһында рәсми ҡунаҡтар, депутаттар, билдәле хоккейсылар булыуы көтөлә.
Байрам айҡанлы концерт, тантаналы бүлектән һуң хоккей уйыны буйынса турнир һәм иң көслө хоккейсылар араһында «Затон Кубогы»на уйындар үтәсәк.

Хоккей ҡабының ҙурлығы 20*40 м. Бар уңайлыҡтар булдырылған - кейенеп-сисенеү урыны бар, шулай уҡ конькиҙы үткерләтеп була, майҙанды электр уты яҡтырта.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылда Өфө ҡалаһы ҡала округы Ленин районы хакимиәте башлығы Дмитрий Геннадьевич Масютинға Затон биҫтәһе йәшәүселәр хоккей ҡабын төҙөү мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт иттеләр. Был һорауҙы тормошҡа ашырыуҙа шәхси эшҡыуар Константин Карпов тос өлөш индерҙе.

Балаларҙың буш ваҡытын нисек үткәрергә тип борсолған ата-әсәләр хәҙер инде борсолоуға сара тапмаҫтар, ә йәш быуын саф һауала һаулығын нығытыр.