Ғаилә йылында республикала «Етегән-2018» конкурсы башланды

Башҡортостанда «Етегән-2018» асыҡ республика конкурсы башланды. 

Ғаилә йылында республикала «Етегән-2018» конкурсы башланды

Башҡортостанда «Етегән-2018» асыҡ республика конкурсы башланды. Ул Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылына арналған «Етегән – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ билдәһе» республика байрамы барышында уҙғарыла.

Бәйгенең финалы Өфөлә 1 мартта ойошторола. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Конкурста түбәндәге номинациялар ҡаралған:

— Һөйөү тураһында шиғырҙар һөйләү

— Мөхәббәт хаҡында йырҙар башҡарыу

— Иң яҡшы бейеү (дуэт)

— Мөхәббәт тураһында иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм (5 минутлыҡ)

— Башҡорт телендәге иң яҡшы флаерҙар һәм открыткалар

— Һөйөү темаһына иң яҡшы фотоһүрәттәр

— Башҡорт йырҙарына һәм көйҙәре аҫтында «Етегән-2018» байрамына иң яҡшы флешмоб.

Конкурс йомғаҡтары буйынса жюри һәр номинацияла өс призлы урынды билдәләй. Еңеүселәргә һәм лауреаттарға ойоштороу комитетынан дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу ҡаралған.

Сара 12 ғинуарҙан 25 февралгә ҡәҙәр дауам итә. Эштәрҙе 20 февралгә тиклем ҡатнашыусының ғаризаһы менән ulya2017@yandex.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт — конкурстың рәсми төркөмөндә.