27 һәм 28 ғинуарҙа «Төҙөүсе» стадионында мотоуҙыш буйынса ярыштар үтә

27 һәм 28 ғинуарҙа Өфө ҡалаһының «Төҙөүсе» стадионында мотоуҙыш буйынса ярыштар үтә. Башҡортостандың баш ҡалаһы Рәсәй чемпионаты – Суперлиганың өсөнсө һәм дүртенсе этаптарын ҡабул итә. 

«Был миҙгелдә Суперлиганың иң яҡшы командаһы исеме өсөн Каменск-Уральскийҙан «ЦТВС-Уралтранстром», Тольяттиҙан «Мега-Лада», Өфөнән «Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге» һәм «СКЕ-Вена» – Австрияһы командаһы көрәшә», — тип хәбәр иттеләр республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Рәсәй чемпионатында Николай Красников, Сергей Карачинцев, Дмитрий Колтаков, Эдуард Крысов, Дмитрий Хомицевич, Василий Несытых, Даниил Иванов, Игорь Кононов ҡатнаша.

Ярыш көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Билеттарҙы «Төҙөүсе» стадионы кассаларында алырға мөмкин.