Һеҙҙе “Нефтехимиктар” паркында зарядкаға көтәбеҙ!

Орджоникидзе районында Еңеү паркында күнекмәләр шишәмбе һәм кесе йома көндәрендә сәғәт 10-да башланһа,  “Нефтехимик»та дүшәмбе һәм шаршамбыла иртәнге сәғәт 9-ҙан.

Һеҙҙе “Нефтехимиктар” паркында зарядкаға көтәбеҙ!

Барығыҙҙы ла саф һауала төрлө күнегеүҙәр яһарға һәм скандинавса йәйәү йөрөү өсөн “Нефтехимиктар”   ял һәм мәҙәниәт паркына саҡырабыҙ.  Был сара “Уфанет” компанияһының   “Әүҙем йәшә!” проекты  сиктәрендә ойошторола.

Орджоникидзе районында Еңеү паркында күнекмәләр шишәмбе һәм кесе йома көндәрендә сәғәт 10-да башланһа,  “Нефтехимик»та дүшәмбе һәм шаршамбыла иртәнге сәғәт 9-ҙан.

Төркөмдәр сәғәт 9-ҙа йыйыла. Йәш буйынса сикләү юҡ. Зарядка 20 минут буйы бара, ә скандинавса йөрөүселәр өсөн күнекмә 1 сәғәт  дауам итә.

Ҡыштың матурлығын, хозурлығын күреп ҡалығыҙ! Йәштәргә лә, өлкәндәргә лә әүҙем йәшәү рәүешен һайлау мөмкинлеге бар.