Өфө ҡалаһы Ленин районы православ христиандары мәкегә сумып үҙҙәрен сафландырҙы

Православие динен тотоусылар бөгөн Керәшен байрамын билдәләй. Был көндө сиркәүҙәрҙә, йылға, күлдәрҙә, ҡоҙоҡтарҙа һыуҙы изгеләндерәләр. Байрам йолаларының береһе – һыу ятҡылығында мәке тишеп һыу инеү. 

Православие динен тотоусылар бөгөн Керәшен байрамын билдәләй. Был көндө сиркәүҙәрҙә, йылға, күлдәрҙә, ҡоҙоҡтарҙа һыуҙы изгеләндерәләр. Байрам йолаларының береһе – һыу ятҡылығында мәке тишеп һыу инеү.
Өфө ҡалаһы Ленин районының Нижегородка биҫтәһендә тимер юлы күпере эргәһендә махсус урын - иордан әҙерләнгән. Өфө ҡалаһы Ленин районы православ христиандары  уйылған мәкегә сумып үҙҙәрен сафландырҙы. Мәкегә сумыу —  изге ғәмәлдәргә дәртләндерә һәм йөрәктәрҙе һөйөү нуры менән яҡтырта, тип ышаналар динде тотоусылар.

Һыу  инеү урындарында Эске эштәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары һәм ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре эшләй.