Конкурсҡа рәхим итегеҙ!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1 март – Башҡорт ғаиләһе көнөндә Өфөлә үтәсәк «Ғаилә – туған тел һаҡсыһы» асыҡ республика конкурс-фестивале сиктәрендә интернет-конкурстар иғлан итә. 

Конкурсҡа рәхим итегеҙ!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1 март – Башҡорт ғаиләһе көнөндә Өфөлә үтәсәк «Ғаилә – туған тел һаҡсыһы» асыҡ республика конкурс-фестивале сиктәрендә интернет-конкурстар иғлан итә. 

Ярыштарҙа рухлы милләттәштәр, балаларын милли рухта тәрбиәләгән, туған телдә иркен аралашҡан һәр башҡорт ғаиләһе ҡатнаша ала. 
Илһөйәр, телһөйәр милләттәштәребеҙҙе, өлгөлө ғаиләләрҙе матур бүләктәр көтә. 

Интернет-конкурстар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә һәм 1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө тип махсус асылған биттә бара. Конкусрҡа тәҡдим ителгән эштәрҙе 1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө төркөмөнә инеп, беркетергә кәрәк. 
Ярыштар тураһында тулыраҡ:

1. “Фотоһүрәттәрҙә тарих сағыла” конкурсы. Йәш буйынса сиктәр юҡ. Унда ҡатнашырға теләүселәр ғаиләләрендә һаҡланған боронғо фотоһүрәтте “1 март – Башҡорт ғаиләһе көнө” тип аталған махсус биткә (https://vk.com/bash_gaile) ебәрә. Автор ошо фотоһүрәт тураһында ҡыҫҡаса белешмә бирә, унда һүрәтләнгән ғаилә нәҫеле, йолалар әлеге көндә кемдәр тарафынан һаҡланыуы тураһында яҙа (текст башҡорт телендә, 14-се шрифт менән 1 биттән артмаҫҡа тейеш). 

2. “Милли мираҫҡа тоғролоҡ” видеоконкурсы. 
Йәш буйынса сиктәр юҡ. Ғаилә менән концерттарҙа, “Өлгөлө ғаилә” конкурстарында сығыш яһағанды, туристик сәйәхәткә сығыу ваҡытын, спорт ярыштарында ҡатнашыуҙы, өләсәйҙәр һабағы алыуҙы (ҡул эштәренә өйрәтеү, әкиәт һөйләү, аш-һыу әҙерләү һабаҡтары), шул иҫәптән башҡорт телен пропагандалаусы флешмобтар һәм акцияларҙы төшөрөп ебәрергә мөмкин. 

3. “Өләсәйемдән отоп алдым” конкурсы: 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Балалар халыҡ ижады өлгөләрен: боронғо йырҙар, мөнәжәттәр, бәйеттәр, әйтештәр, көйлө әкиәттәр, таҡмаҡтар, һамаҡлауҙар башҡара. 

Интернет-конкурстарҙың еңеүселәре 1 мартта Өфөлә үтәсәк “Ғаилә – туған тел һаҡсыһы” фестиваленең йомғаҡлау кисәһендә иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнә.