Музыканы бергәләп тыңлайыҡ

Беҙ юғары технологиялар һәм компьютерҙар осоронда йәшәйбеҙ. Нимә кәрәк барыһын да интернет селтәрҙәрендә күнеккәнбеҙ табырға. Кеше шул тиклем виртуаль донъяға башы-тояғы менән сумған. Балалар һәм үҫмерҙәр ҙә үҙҙәренең бөтә буш булған һәм буш булмаған ваҡыттарын  компьютер алдында үткәрә. Был проблеманы хәл итеү өсөн ата-әсәләр төрлө саралар күрә. Улар балаларын төрлө түңәрәктәргә, мәҙәни сараларға йөрөтөргә тырыша. 

Музыканы бергәләп тыңлайыҡ

 

Беҙ юғары технологиялар һәм компьютерҙар осоронда йәшәйбеҙ. Нимә кәрәк барыһын да интернет селтәрҙәрендә күнеккәнбеҙ табырға. Кеше шул тиклем виртуаль донъяға башы-тояғы менән сумған. Балалар һәм үҫмерҙәр ҙә үҙҙәренең бөтә буш булған һәм буш булмаған ваҡыттарын  компьютер алдында үткәрә. Был проблеманы хәл итеү өсөн ата-әсәләр төрлө саралар күрә. Улар балаларын төрлө түңәрәктәргә, мәҙәни сараларға йөрөтөргә тырыша. Әммә кескәйҙәрҙе йыр-моң аша донъяның матурлығын күрергә, уның менән һоҡланырға өйрәткән, сәнғәткә һөйөү уятҡан, йөклө ҡатындарҙың физик һәм психик талаптарына яуап биргән тамашалар  республикала юҡ кимәлендә.

Тап ошо хатаны төҙәтеү маҡсатында Башҡорт дәүләт филармонияһы биш йыл элек йөклө ҡатындар һәм өс йәшкә тиклем балалары булған ата-әсәләргә тәғәйенләнгән «Музыканы бергә тыңлайбыҙ» проектын аса. Быйыл ул үҙенең тәүге бәләкәй генә юбилейын билдәләй. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә проект сиктәрендә тамашасыларға дүрт йөҙҙән ашыу концерт тәҡдим ителгән. Тәрбиәүи маҡсаттарҙа ойошторолған тамаша  буласаҡ әсәләрҙең психологик һәм эмоциональ торошона ыңғай йоғонто яһай, уларҙа сәнғәткә һөйөү уята.  Бынан тыш киләсәк быуынды мәҙәниле тәрбиәләйәсәк әсәләрҙең эстетик зауығын үҫтерә.
     Юбилей миҙгелендә проектты «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө асыуы ла осраҡлы түгел. Сөнки уларҙың төрлө милли халыҡ ҡоралдарында башҡарылған заманса эшкәртелгән көйҙәр тамашасыны ниндәйҙер сафлыҡ һәм тыныслыҡ донъяһына илтә. Төркөмдөң етәксеһе Ринат Рамаҙанов әйтеүенсә, был үҙенсәлекле проект балалар һәм уларҙың ата-әсәләрендә, йөклө ҡатындарҙа тик ыңғай тәъҫораттар тыуҙыра. Ғөмүмән кеше организмына яҡшы тәъҫир итә. Ҡурай – тылсымлы музыка ҡоралы. Уның аша беҙ ябай ғына  көйҙәр ишетеп ҡалмайбыҙ, ә моң аша халҡыбыҙҙың сал тарихын, тыуған яғыбыҙҙың матур бай тәбиғәтен һәм ғөрүф-ғәҙәттәрен күҙ алдына килтерәбеҙ. Киләсәк быуын өсөн был үтә мөһим. Был проект балаларҙа кешелек сифаттарын асырға ярҙам итә. Бынан тыш уларға тәрбиәле, саф күңелле итеп үҫергә лә ярҙам итә, тигән фекерҙә төркөм етәксеһе. «Музыканы бергә тыңлайыҡ» - музыкаль проект ҡына булып ҡалмай, ә физиологик, биологик, психологик яҡтан кешегә үҫергә булышлыҡ итә. Шуға ла беҙҙең маҡсат тамашаға килеп, сығыш яһап ҡына ҡайтыу түгел, ә ошо оло бурысты үтәү, - ти Ринат Рамаҙанов. 
Ғалимдар әйтеүенсә, В.А. Моцарттың, А. Вивальдиҙың, Л.В. Бетховендың, И.П.Чайковскиҙың, шулай уҡ, халыҡ көйҙәре, йырҙары ҡарындағы балаларҙы тынысландыра, уларҙың физик һәм рухи үҫешенә булышлыҡ итә. 

     Балаға ниндәйҙер әҙәп-әхлаҡ нормалары һалыр алдынан ата-әсәнең үҙенең ниндәйҙер кимәлдә тәрбиәле булыуы зарур. Ояһында ни күрһә осҡанында шул булыр ти бит халыҡ мәҡәле. «Музыканы бергә тыңлайбыҙ» проекты һәр шәмбе тамашасыларҙы филармонияның Орган залында ҡаршылай. Киләһе концерттарҙа Олег Ҡасымов етәкселегендәге Джаз ансамбле, Лидия Фоменко һәм уның уҡыусылары «Тылсымлы флейта»программаларын тәҡдим итәсәк. 

     Килегеҙ һәм кескәйҙәрегеҙгә бәхетле бала-саҡ бүләк итегеҙ!