Юбилярҙар ҡотлауҙар ҡабул итте

Бөгөн туғыҙынсы тиҫтәләрен теүәлләп Өфө ҡалаһы Ленин районында йәшәүсе Сәмиғулла Ғәйнийәт улы Тәҡиуллин һәм Әнисә Ҡарам ҡыҙы  Нуриәхмәтова ҡотлауҙар ҡабул итте.

Бөгөн туғыҙынсы тиҫтәләрен теүәлләп Өфө ҡалаһы Ленин районында йәшәүсе Сәмиғулла Ғәйнийәт улы Тәҡиуллин һәм Әнисә Ҡарам ҡыҙы  Нуриәхмәтова ҡотлауҙар ҡабул итте.

Оло юбилярҙарҙы Ленин районы хакимиәт башлығы урынбаҫары Мирхәт Зәкир улы Ҡаҙарғолов тәбрикләне һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы Ленин районы хакимиәте башлығы Дмитрий Геннадьевич Масютиндың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

Тормоштоң әсәһен-сөсөһөн татып, күпте кисереп, сынығып үҫкән абруйға лайыҡ кешеләр ул. Тыуған илгә һәм хеҙмәткә һөйөү нигеҙендә тәрбиәләнеп, йән аямай тормоштарын хеҙмәткә бағышлаған уҙамандар. Хәҙерге көндә балаларының һәм ейәнсәрҙәренең хәстәрлеген һәм ихтирамын күреп рәхәтләнеп йәшәүҙәре бик шатлыҡлы.