Газ менән һаҡ булығыҙ!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, газ менән ҡулланғанда ябай ғына ҡағиҙәләрҙе боҙоу ғәҙәттән тыш хәлдәргә килтерә. Баллонлы газ менән дөрөҫ файҙаланыу, янғындарҙы булдырмау сараһын күреү, хәүефле осраҡтарҙа юғалып ҡалмау йәшәйешебеҙҙе уңайлы һәм имен итә.

Газ менән һаҡ булығыҙ!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, газ менән ҡулланғанда ябай ғына ҡағиҙәләрҙе боҙоу ғәҙәттән тыш хәлдәргә килтерә. Баллонлы газ менән дөрөҫ файҙаланыу, янғындарҙы булдырмау сараһын күреү, хәүефле осраҡтарҙа юғалып ҡалмау йәшәйешебеҙҙе уңайлы һәм имен итә.

Көнкүрештә газ приборҙарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен үтәү мотлаҡ. Был ҡағиҙәләр бик ябай, ләкин уларҙы үтәмәү етди һәләкәткә килтереүе ихтимал. Бына улар:

- газ приборын файҙаланғанда тәҙрә өлгөһөн асырға онотмағыҙ;

- газ колонкаһын һәм ҡаҙанын ҡабыҙыр алдынан тартыу көсөн тикшерегеҙ;

- газ ярҙамында эшләгән йылытыу мейесе горелкаһын ҡабыҙыр алдынан шиберҙы асып, тартыу көсөн тикшерегеҙ;

- эшләп торған газ приборҙарын (өҙлөкһөҙ эшләгәндәренән һәм тейешле хәүефһеҙлек автоматикаһы менән йыһазландырылғандарынан тыш) ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;

- балаларға һәм газ приборҙарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен белмәгән кешеләргә уларҙы ҡулланырға рөхсәт итмәгеҙ;

- газды файҙаланып бөткәс, ҡорамалдың кранын ябығыҙ;

- приборға газ килеүе ҡапыл туҡтаған осраҡта, кисекмәҫтән крандарҙы ябығыҙ һәм 04 телефоны аша авария-диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ;

- газ еҫе сыҡҡан осраҡта ишектәрҙе һәм тәҙрәләрҙе асып, бинаны елләтегеҙ, газ приборын файҙаланыуҙы туҡтатығыҙ, электр ҡорамалдарын ҡабыҙмағыҙ, телефондарҙы һәм электр ҡыңғырауҙарын ҡулланмағыҙ, газлы урындан сығып, 04 телефоны аша авария-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратығыҙ;

- газ приборын таҙа һәм төҙөк килеш һаҡлағыҙ;

- бөтә етешһеҙлектәр газ хеҙмәткәрҙәре тарафынан төҙәтелергә тейеш;

- фатирҙың планын үҙгәрткәндә, мебелде йәки көнкүреш техникаһын ҡорғанда, газ ҡорамалын күсергәндә газ торбаһын, газ юлдарын гипс ҡатырға, мебель артында ҡалдырыу ҡәтғи тыйыла!

Ҡыш төтөн торбаларына боҙ туңмаһын, сүп-сар тығылмаһын өсөн уларҙы әленән-әле тикшерегеҙ.
Газ ҡорамалын техник хеҙмәтлән­де­реүгә, төтөн, елләтеү юлдарын тикшереүгә килешеүҙе махсус ойошма менән генә төҙөгөҙ!

Ҡулланыусыларҙың иғтибарын йорттарҙа һәм фатирҙарҙа газ приборҙарын ҡулланыу ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәү зарурлығына йүнәлтәбеҙ.