Юл сифатын тикшерҙеләр

15 ғинуар Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәт башлығы Ирек Ишмөхәмәт улы Ялалов һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе Динар Заһит улы Ғилметдинов менән Дуҫлыҡ проспектының юл сифатын тикшерҙеләр.

Эш сәфәрендә баш ҡала райондарының хакимиәт башлыҡтары, Юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү һәм ремонтлау буйынса идаралығы начальнигы Радмил Мөслимов,  Юл  хәрәкәте  хәүефһеҙлеге  дәүләт  инспекцияһының  Өфө  ҡалаһы  буйынса  бүлеге  етәксеһе Илнур  Садыков һәм подряд организацияның вәкилдәре ҡатнашты.

Радмил Мөслимов башҡарылған эш менән таныштырҙы. Февралдең башында бәйләнеш селтәрҙәренең монтаж эштәре тамаланыуы тураһында әйтте.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов быға тиклем проспектта юл-транспорт фажиғәләренең күп булыуы тураһында әйтеп үтте һәм реконструкциянан һуң был юлдың хәүефһеҙ булыуы тураһында өмөтөн белдерҙе.