“Яңы йыл кәйефе” конкурсында еңеүселәр билдәләнде

Бөгөн, 15 ғинуар, «Парк-Сити” ҡунаҡханаһында Октябрь районы хакимиәте ойошторған “Яңы йыл кәйефе” конкусына йомғаҡ яһалды. 

Бөгөн, 15 ғинуар, «Парк-Сити” ҡунаҡханаһында Октябрь районы хакимиәте ойошторған “Яңы йыл кәйефе” конкусына йомғаҡ яһалды. Конкурс үткән йылдың декабрь айында башланы һәм быйыл 7 ғинуарға тиклем дауам итте. Сарала 30-ҙан ашыу ойошма һәм кешеләр ҡатнашты, улар йорттарында, эш урындарында ҡураларында нисек байрам кәйефе булдырыуҙарын фотоға төшөрөп, социаль селтәрҙәргә һалды. Конкурста еңеүселәргә бүләктәр һәм Маҡтау грамоталарын Октябрь районы хакимиәте башлығы уранбаҫарҙары Ольга Иванова менән Артур Ғафаров тапшырҙы.