Өфө ҡалаһының Совет районы тимер юл һәм автомобиль магистралдәре киҫелешендә урынлашҡан. Бында тимер юл вокзалының “Өфө” станцияһы урынлашҡан, мөһим транспорт артериялары – Октябрь һәм Салауат Юлаев проспекттары үтә.

Ҡаланың 7 районы араһында Совет районы халыҡ һаны буйынса иң тығыҙы, 1 кв. км территорияға 11 меңдән артыҡ кеше тура килә. Районда 177 меңдән ашыу кеше йәшәй, улар 100-ән артыҡ милләт вәкилдәре.

Был биләмәлә барлығы 125 урам, улар барыһы бергә 106, 5 км тәшкил итә, майҙаны – 1,3 млн. кв.км.

Совет районы биләмәһендә урынлашҡан “ВДНХ-ЭКСПО” һәм “Уфа-Арена” кеүек ҙур объекттар йыл һайын халыҡ-ара күргәҙмәләр һәм саралар майҙанына әйләнә.

Бөгөнгө көндә Совет районында 279 урта һәм эре предприятие үҙ эшмәкәрлеген алып бара, 12 меңдән ашыу урта һәм кесе эшҡыуар теркәлгән. Район предприятиялары етештергән күпселек тауарҙар билдәлелеккә эйә, Рәсәй һәм унан ситтә даими ихтыяж менән ҡулланыла.

Өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып район инфраструктураһын үҫтереү, халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу, торлаҡ төҙөү, парк һәм скверҙарҙы тәртиптә тотоу тора. Һуңғы биш йылда Совет районында яңы ял итеү зоналары булдырылды һәм тәртипкә килтерелде: “Революция көрәшселәренә”, “Еңеүҙең 50 йыллығы”, “Нестеров исемендәге парк”, “Башҡортостан урмансылары паркы”, Йәштәр мәҙәниәт һарайы алдындағы һәм Октябрь проспектындағы скверҙар яңыртылды. Ә Иван Якутов исемендәге парктың реконструкцияланыуы районда ғына түгел, ҡала кимәлендә мөһим сараларҙың береһе булды.

Халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү 14 дауалау-профилактик учреждениеһында тормошҡа ашырыла.

Район биләмәһендә 215 спорт ҡоролмаһы, 54 спорт залы, 12 хоккей ҡумтаһы, 7 бассейн, 6 спорт мәктәбе, 7 спорт федерацияһы эшләй. Район спортсылары Рәсәй, донъя кимәлендәге ярыштарҙа ҙур уңыштар яулай.

Район яҙмышы меңләгән кешеләр яҙмышы менән тығыҙ бәйләнгән: кемдер ошонда тыуып үҫкән, кемдер бында Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән уҡырға йәки эшкә килгән. Уларҙың һәр береһе үҙенең көндәлек эше, актив эшмәкәрлеге менән Совет районын үҫтереүгә, уның сәскә атыуына үҙ өлөшөн индерә. Бында йәшәгән бар халыҡты районға ҡарата булған ихтирам һәм һөйөү берләштерә.

Бәйләнеш
450005, Өфө ҡ., Ревлюция ур., 111-се й.
Ҡабул итеү бүлмәһе: 273-33-09
Факс: 273-15-38
E-mail: sovadm39@bk.ru Совет районы социаль селтәрҙәрҙә
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA