Warning: require(include/global_variables.php): failed to open stream: No such file or directory in /NFS/site/www/ufacity.info/

Ғәлиуллин Марат Мөҙәрис улы

1956 йылдың 28 апрелендә Үзбәкстанда тыуған.

Юғары белемле – Өфө дәүләт авиация техник университетын (инженер-электромеханик) һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы эргəһендəге Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын (менеджер) тамамлаған.

Хеҙмәт биографияһы:

1978 – 1980 – Өфө авиция институты машиналар эшләүҙе автоматлаштырыу кафедраһы инженеры;

1980 – 1981 – Башҡортостан республика профессиональ техник белем биреү идаралығы инженеры;

1981 – 1984 – ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы;

1984 – 1986 – СССР Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итә;

1986 – 1988 – ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, сектор мөдире;

1988 – 1991 – С. М. Киров исемендәге Өфө производство берекмәһенең цех начальнигы урынбаҫары;

1991 – 1992 – Өфө ҡалаһы Киров район Советы башҡарма комитетының 1-се категориялы белгесе;

1992 – 2003 – 1-се категориялы белгес, баш белгес, кадрҙар менән эшләү буйынса бүлек мөдире, Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары;

2003 – 2005 – Өфө ҡалаһы Киров районы муниципаль берәмеге башлығы урынбаҫары, Өфө ҡалаһы Киров районы муниципаль берәмеге башлығы вазифаһын башҡарыусы;

2005 – Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары;

2006 йылдан алып – Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары;

2014 йылдан алып – Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Орджоникидзе районы Хакимиәте башлығы.

Дәрәжәләр, наградалар, ғилми хеҙмәттәр:

Ғәмәлдәге 2-се класс муниципаль советнигы;

«Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙал, 2002 йыл;

«Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен иҫәбен алыуҙа үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙал, 2006 йыл;

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Почет грамотаһы, 2007; 2011 й.;

Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы, 2009 йыл;

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең Почет грамотаһы, 2016 йыл;

Рәсәй Федерацияһы Почет грамотаһы, 2016 йыл.


Notice: Undefined variable: APPLICATION in /NFS/site/www/ufacity.info/